Урок эпосоведение

Эпосоведение №1

Ете ҡыҙ

Борон борондан башҡорт, ҡаҙаҡ халыҡтарында тоҡом яңыртыу йолаһы булған. Ҡаҙаҡ бейҙәре, башҡорт ҡыҙҙарын әйттереп туғанлашҡан. Әгәр ҙә ҡыҙҙарын бирмәһәләр, батырҙар өйҙә юҡ саҡта, ҡыҙҙарын урлап, баҫып алғандар, ти. Улар башҡорт батырҙары тоҡомон, ҡаҙаҡтар араһында күбәйтеүҙе, маҡсат итеп ҡуйғандар.

            Иҙелбай ауылында 7 батырҙың береһенән-береһе һылыу ҡыҙҙары буй еткергән. Үҙҙәре һылыу, үҙҙәре ҡыйыу, үҙҙәре йыраусы ҡыҙҙар йыр сығарып, ҡумыҙҙа уйнап көн иткәндәр. Уларҙың йырына, халыҡ яратып «Ете ҡыҙ» тип исем биргән ти.

            Ете батыр тоҡомонан,ете һылыу үҫтек беҙ. (2т)

            Етегәндәй ете йондоҙ, елбер-елбер яндыҡ беҙ. (2т)

Йылдарҙың береһендә башҡорттар ҡаҙаҡтарға ҡарымтаға барып, өйөр-өйөр йылҡы малын апҡайталар.Ирәндек тауының,Кәртәташ тигән еренә әпкилеп ҡуялар.

            Бер ваҡыт ете ҡыҙ Кәртәташ ҡаялары башына йыуаға сыға. Ә ҡаҙаҡтар йылҡыларын апҡайтырға уңайлы уаҡыт көтөп, һағалап ятҡан була. Ҡыҙҙар ҡаяға менә башлау менән,улар ҡыҙҙарҙың етеһендә урлап ҡаҙаҡ далаларына  апҡайталар. Ҡырымтанан ҡайтҡан егеттәр ауылға ҡайтһа, ете ҡыҙ юҡ.

            Илгә сығып киткәнемдә, Бергә ҡалды ете ҡыҙ.

            Мин ҡайтҡанды көтөргә тип, Һүҙен бирҙе ете ҡыҙ.

            Ҡайтып килһәм береһе юҡ, Ай ете ҡыҙ, ете ҡыҙ.

Ҡаҙаҡтар ҡыҙҙарҙы бер тирмәгә бикләп ҡуялар. Ҡасып китмәһендәр өсөн, ете ҡыҙҙың да табындарын телеп, ат ҡылын ваҡлап, яраларына һибәләр. Ҡыҙҙар яралы аяҡтары һыҙлауҙан сеңләп илайҙар. Улар йә  үлергә, йә ҡасырға  тип һүҙ ҡуйышҡандар. Бер көндө ашарға ит әпкигәндә, итте ҡырҡа торған бысаҡты ҡыҙҙар йәшереп апҡала. Шул уҡ төндә тирмәнең кейеҙен аҫтын ҡырҡып ҡуялар. Һәр береһе бысаҡты алып яралы табынына ҡылды соҡоп сығарып таҙартырға маташалар, үҙҙәре илайҙар.

            Ҡыл һибелгән яраларым,Ҡанһырамай тыңһасы,

            Әләү,тейеп һыйынырға,Әсәкәйем булһасы

            Ирәндегемә ҡайтырға,Насип ҡына булһасы.

Айһыҙ,ҡараңғы төндә, баяғы ҡырҡҡан ерҙәренән сығып, тыуған ил яғына ҡарап ҡасалар.

            Ирәндеккә юл тоталар,

            Ете батыр тоҡомонан,

            Ете аҫыл һылыу ҡыҙ.

            Ҡанлы табан эҙ һалалыр,

            Дала буйлап эҙ ҡалалыр,

            Аяҡтары ут яналыр,

            Югерә атлай ҡасҡанында

            Югерә атлай ҡайтҡанында

            Югерә атлай осҡанында

            Ете батыр тоҡомонан

            Ете аҫыл ҡыйыу ҡыҙ.

Яйыҡ һыу тын яталыр

            Яйыҡты йөҙөп сыҡҡанда

            Ете аҫыл һылыу ҡыҙ

            Яйыҡ һыуы дау һалалыр

            Яйыҡты йөҙөп сыҡҡанда

            Ете ҡыҙҙың артынан ,Ҡыуған ҡаҙаҡ һыбайҙар,ҡыуған ҡаҙаҡ һыбайҙар.

Ҡыҙҙар Яугөл күленә килеп еткәндә, ҡаҙаҡтар ете ҡыҙҙы инде тотам тигәндә, улар ҡамыш араһына инеп күлгә сумалар. Нәҡ ошо саҡта башҡорт батырҙары килеп етеп ике арала һуғыш башлана. Ике яҡта бер-береһен еңә алмағастар,ярашыу төҙөйҙәр. Башҡорттар уларҙың йылҡыларын, ҡаҙаҡтар ете ҡыҙҙы кире ҡайтарырға һөйләшәләр. Иллә мәгәр ҡыҙҙар өсөн был һуң була. Ете ҡыҙҙан бер генә ҡыҙ ауыҙына ҡамыш ҡабып, тын алып һыуҙа сәсәмәй тере ҡала. Егеттәр ете ҡыҙ көйөнә үҙҙәре йыр сығара.

            Томбойоҡло тәрән күл дә,Эсмәлегем булған күл   (1т)

            Ете ҡыҙҙы тартып алып,Бәхетемде юйған күл.  (1т)

                        Ирәндектең кәртә ташы, Күп йәшәгән төйәгем.

                        Ете ҡыҙҙың үсен алмай,Гүргә инмәҫ һөйәгем.

                        Ете ҡыҙҙың көйгөнәһен,Һыҡтай минең йөрәгем.

                        Ете ҡыҙҙың көйгөнәһен,Һаҡлай минең йөрәгем.

Шул ваҡыттан бирле, Яугөл күленең икенсе исеме Ҡылтабан булып китә.

Әле булһа, томанлы иртәлә, Ете ҡыҙ күл өҫтөнә сығып, үҙҙәренең моңло бейеүҙәрен бейей, тей.

 

 

Эпосоведение №2

Һабрау

Һабрау- Туҡтамыш хан заманында йәшәгән атаҡлы йырау. Уның исеме һәм ижады башҡорт, ҡаҙаҡ, нуғай, ҡарағалпаҡ халыҡтары араһында киң билдәле һәм ошо халыҡтарҙың уртаҡ йырауы булып һанала. Ҡаҙаҡ ғалимдары Һабрауҙы ҡыпсаҡ ырыуынан сыҡҡан, Һарайсыҡ ҡалаһында күпмелер ғүмер һөргән тип күрһәтәләр. «Иҙеүкәй менән Мораҙым”  эпосында Һабрау “тирә яҡтың хәлен күҙалдындай күреүсе”, “ҙур һынсы”, халыҡтың мәнфәғәтен яҡлап йырлаған йыраусы, күп быуындарҙың тормош тәжрибәһен һәм аҡылын үҙенә йыйып йөҙйәшәр аҡһаҡал, сәсән телле ил ҡарты булып алға баҫа. Ҡаҙаҡ һәм ҡарағалпаҡ әҙәбиәтселәре “Идегә” дастанының һәм биш-алты тулғауҙың ижадсыһы итеп Һабрау йырауҙы һанайҙар.

Һабрауҙың Уралға төбәп әйткәне

  • Ай Урал тау, Урал тау

Кемгә ҡуныш булманы?

Даны киткән һылыуҙай,

Кемдән яусы килмәне?

Иҙеленән һыу эскән,

Ут уйнатып буйында,

Һылыу ҡыҙыны ҡосҡан

Ниндәй батыр булманы?-

Барын күргән Уралтау!

 

Ай Урал тау, Урал тау,

Балаларын һайратып,

Ҡошо ла һөйгән Урал тау;

Көсөктәрен сеңләтеп,

Йәнлеге һөйгән Урал тау;

Тәңкәләй япраҡ үҫтереп,

Ағасы һөйгән Урал тау!

Түркен киткән һыйырҙың

Ҡуңыр буға быҙауы,

Күҙ йәштәрен ағыҙып,

Үлән, ағас көйҙөрөп

Һис ерекмәҫ юл һалып,

“Уралым” тип ҡайтҡан тау

Барына әсә булған тау,

Барына ата булған тау!

 

Уралда тыуған баланың

Теле сыға башлағас,

«Әсәй” тигән һүҙҙән һуң,

Икенсеһе –“ Урал тау”.

Утыҙ теше сайраған,

Бар һөйәге ҡыйраған,

Ите бөтөп, бар тәне,

Тарамышҡа әйләнгән,

Йөҙҙән артыҡ йыл йәшәп,

Уралым тип көйләгән;

Һабрау ҡарт та тыуған тау,

Һабрау ҡарт та һөйгән тау!

Бишг батыр ҡылыс ташлағас

Яусылар өйгә таралғас,

Урҙа ханы ҡул һалғас,

Урал өсөн Һабрау ҡарт

Йөрәген баҫып илаған тау.

 

Ай Урал тау, Урал тау,

Урал тигән данлы тау,

Күп ырыуҙы ыҙғытып,

Яу астырған шаңлы тау!

Йылына ике түлләгән

Аҡҡоштай һылыу аҡ булып,

Йөнөнән өй көпләгән,

Тиреһенән тун теккән,

Табын, табын туйында,

Ҡунағыңдың һыйында,

Тәкәләрен ит иткән

Һарығы күп Урал тау!

 

Береһе мән береһе йоп булып,

Күкрәгене һыҡтатып,

Сәскә үбеп бал йыйған

Бал ҡорто күп Урал тау!

Артынан һуҡмаҡ һыҙҙырмаҫ,

Алдынан кейек уҙҙырмаҫ,

Ҡырпаҡ тояҡ ҡоралайға

Ҡая үрсетеп маһайтып,

Йәш балалай уйнатып,

Төйәк булған Урал тау!

Яҙҙың һөйөнөс ораны-

Ҡар һыуынан туйынған

Һары күҙәнәк, күк ҡырпау,

Умырзая сәскәһе,

Ҡыҙарып сыҡҡан ҡояштың

Йылыһына ҡотайған

Япрағы күп Урал тау!

Түл йәйергә талпынып,

Осоп килгән ҡоштарға,

Тирә-яғы тәңкәләй

Ҡырсын менән биҙәлгән

Һаҙмыттарын һылыулап,

Екәне, ҡыуы теҙелгән,

Мөлдөрәп торған алдырҙай,

Күлдәре күп Урал тау!

 

Илде туфандай ҡаплаған,

Дейеү- пәрейҙе үрсетеп,

Ерҙең сәскә ағасын,

Типһәң, ҡая буйҙарын,

Һыу аҫтында тынсытып

Зар илатҡан Шүлгәнгә,

Аҡбуҙ толпарын менеп,

Диңгеҙ йөҙөп, яу асып,

Данлы Урал батырҙың

Буйлап килгән һуҡмағы-

Беҙҙең данлы Урал тау!

 

Ете ырыуҙың атаһы

Барын ырыу  йәйҙереп,

Үҙен маҡтап һөйҙөрөп,

Барына ата булған тау!

 

Иҙел, Нөгөш, Яйыҡты,

Үҙән, Эйек, Ҡаҫмартты,

Алты имсәкле елендәй,-

Барын берҙәй ағыҙып,

Балаһын күреп эйгәндәй,

Әсәләй һуғарып ил иткән,

Барына әсә булған тау!

 

Урал- илгә ата ул,

Урал — илгә  әсә ул,

Уралға тел  тейҙергән-

Ата-әсәһен көйҙөргән

Тыума бала хәжә ул.

 

 

Атаһын ата тимәгән

Илгә батыр булырмы?

Әсәһен әсә тимәгән

Илгә дана булырмы?

Ата ҡәҙерен белмәгән

Илдең ҡонон белерме?

Әсә ҡәҙерен белмәгән

Батырға ата булырмы?

Илен ҡан-яу баҫҡанда,

Атаһыҙ үҫкән уҡ юнмаҫ;

Иле яуға киткәндә,

Әсәһеҙ үҫкән йөй текмәҫ.

Ай Урал тау , Урал тау,

Үткән көнөң уйлаһам,

Батырҙарың уҡталып

Ҡорт илендәй тупланып,

Күрәм һаҡлап торғанын.

Ошо көндә күҙ һалһам,-

Эйәһе үлгән йорт һымаҡ;

Ҡылыс, һаҙаҡ тоторҙай

Батыры бөткән ил һымаҡ;

Тимә бере яусылап,

Ирһеҙ ҡалған ҡатындай,

Ишеге асыҡ өй һымаҡ!

 

Борон үткән ҡан-яуҙың

Ҡаны тамып миңләнгән

Тупрағынан яралған,

Уралына һыҡтанған

Бер батыры юкмы ни?

 

Дейеүгә яу асҡанда,

Бер үҙе биш күренгән,

Алдына килгән дошмандың

Һанын һанап тормаған,

Тыуға сөйгән ҡыйғырҙай,

Ас бүреләй уҡталып,

Яуын ҡорған йотоноп,

Урал батырҙай булып

Тыуған батыр юҡмы ни?

Тыуған батыр юҡмы ни?