Исполнительское мастерство

Урок №1 Исполнительское мастерство

Төлкө, төлкө, төләймән.

 

-Төлкө, төлкө, төләймән,

Төндә ҡайҙа бараһың?

-Май ашарға барамын.

-Йылҡы майы йылтыраһа,

Уны нисек итерһең?

-Ағын һыуҙа йыуырмын.

-Ағып китһә, ни эшләрһең?

-Ҡолға менән тартырмын.

-Ҡолғаң һынһа, ни эшләрһең?

-Үҙем төшөп алырмын.

— Ағып киитһәң, ни эшләрһең?

-Талға йәбешеп сығырмын.

-Төлкө, төлкө, төләймән,

Төндә ҡайҙа бараһың?

 

 

Май ҡайҙа?

-Һике аҫтында май ҡайҙа?

— Сысҡан ашаған.

-Сысҡан ҡайҙа?

— Һалам аҫтында.

— Һалам ҡайҙа?

-Үгеҙ ашаған.

— Үгеҙ ҡайҙа?

— Һаҙға батҡан.

-Ник батҡан?

-Күҙе булмаған.

-Күҙе ҡайҙа булған?

-Һайыҫҡан соҡоған.

-Һайыҫҡан ҡайҙа?

-Кәртә башында.

-Кәртә ҡайҙа?

-Утҡа янған.

-Ут ҡайҙа?

-Көл булған.

-Көл ҡайҙа?

-Күккә осҡан.

-Күк ҡайҙа?

-Баш осонда.

— Баш ҡайҙа?

-Муйында.

— Муйын ҡайҙа?

— Әҙәмдә.

-Әҙәм ҡайҙа?

-Өйөндә.

— Өйөндә ул ни көтә?

-Өйөндә ул май көтә.

— Май ҡайҙа?

-Һике аҫтында.

-Һике ҡайҙа?

-Һинең аҫтыңда.

-Һике аҫтында май ҡайҙа?

-Сысҡан ашаған.

-Сысҡан ҡайҙа?

-Һалам аҫтында.

 

 

 

 

Ҡарға

Борон-борон заманда

Йәшәгән, ти, бер ҡарға.

Урманда урын тарға,

Ауыл осонда ярҙа,

Ағаста иң юғары

Булған уның ояһы.

Булған бишләп балаһы.

Уларҙың яратҡаны

Булған тары ярмаһы,

Юҡ сағында ярмаһы,

Ярап торған тармаһы.

Тарма сүпләп көн иткән

Балаларҙың барсаһы.

Тамаҡтарын туйҙырғас,

Ҡайтҡан, ти, улар ярға.

Борон- борон заманада

Йәшәгән унда ҡарға.

Ағаста иң юғары

Булған уның ояһы.

 

 

Урок №2 Исполнительское мастерство