20 октябрь, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө. Бөгөн Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының йыр һәм театр бүлеге студенттары Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» әҫәре буйынса әҙерләнгән әҙәби-музыкаль композиция менән сығыш яһаны. Шулай уҡ программала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов шиғырҙарынан төҙөлгән теҙмә уҡыусылар күңеленә хуш килде. Беҙҙе матур ҡабул иткән лицейсыларға ҙур рәхмәт!