5 октябрь, Уҡытыусылар көнөндә, К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында киләһе саралар үтте. Был көн дублер көнө тип билдәләнде һәм уҡытыусылар студент булдылар, ә инде 4 курс студенттары укытыусы ролендә үҙҙәрен һынап ҡаранылар. Уҡытыусы һөнәренең бар нескәлектәрен һәм ауырлыҡтарын үҙ иңеңдә татығас ҡына, ябай түгел икәнлеген аңлайһың. Ҡәҙерле кешеләребеҙгә хөрмәт күрһәтеү йәһәтенән, концерт та ойошторҙоҡ. Унда колледжыбыҙҙың дәртле егет һәм ҡыҙҙары сығыш яһаны. Һәр уҡытыусы бер аҙға булһа ла, бөтмәҫ ҡағыҙ һәм уҡытыу эштәренән арынып, ял иткәндәрҙер тигән теләктә ҡалабыҙ. Уларға ниҙәр генә бүләк итһәк тә аҙ төҫлө, ә шулай ҙа күрһәтелгән хөрмәт, иғтибар һәм ихтирам һәр саҡ күңелдә ҡалалыр. Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусыларыбыҙ!
Өмөтҡужина Әлиә.