Эшлекле осрашыу Камил Вәлеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында

Эшлекле осрашыу
Камил Вәлеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, атаҡлы ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов «Ҡурай һәм ҡурайсы», «Оҙон көй һәм уны башҡарыусылар» темаһына оҫталыҡ кластары ойошторҙо.
Унда халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралдарына һәм оҙон көйҙәренә битараф булмаған ҡалабыҙҙың музыка, сәнғәт мәктәптәре, сәнғәт колледжы уҡытыусылары, студенттар, уҡыусылар ҡатнашты. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ ҡурай яһау, унда аһәңле итеп уйнау серҙәренә генә төшөндөрөп ҡалманы, халыҡ йырҙарын еренә еткереп башҡарыу йәһәтенән дә бик файҙалы кәңәштәр бирҙе. Заманса технологиялар ҡулланып уҙғарылған оҫталыҡ класында һәр кем өсөн файҙалы булды.