Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл айҡанлы флешмоб иғлан ителде

Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл айҡанлы
флешмоб иғлан ителде

К.А. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата «Оло йыйын — Аҡмулла йыйыны» флешмобын иғлан итә.
Флешмоб ике йүнәлештә алып барыласаҡ. Һәр кем Мифтахетдин Аҡмулланың әҫәрен яттан һөйләп, видеоға төшөрөп, уны социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәләрҙә һалып ҡушыла ала. Флешмобтың икенсе йүнәлешендә ҡатнашырға сәсәндәр, шағирҙар саҡырыла. Киләһе шарттарҙы үтәү мөһим: Мифтахетдин Аҡмулланың әҫәренең бер өлөшөн яттан һөйләп, «Аҡмуллаға эйәреп…» үҙегеҙҙҙең ижадығыҙҙы һөйләп үтергә, видеоға яҙҙырырға һәм шулай уҡ социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәләрҙә һалырға кәрәк.

Флешмоб #Олойыйын— аҡмуллайыйыны #бөйөкмәғрифәтсеһешағирАҡмуллаға190лет #хэштэге аҫтында үтә.