18 февраль Сибай сәнғәт колледжында Халыҡ — ара туған тел көнөнә арналған сара үтте

18 февраль Сибай сәнғәт колледжында Халыҡ — ара туған тел көнөнә арналған сара үтте
С.Ғ. Бураншина,
Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы.

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.

Сценарий: Туған телебеҙ – беҙҙең яҙмышыбыҙ (әҙәби кисә).
Ҡатнашыусылар: I-II курс уҡыусылары (13 кеше).
Үткәреү урыны: китапхананың уҡыу залы.
Маҡсаттар:
• туған телде өйрәнеү һәм һаҡлау;
• туған телдең йәмғиәттәге әһәмиәтен күрһәтеү;
• туған телгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.

Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе:
Тема: Туған телебеҙ – беҙҙең яҙмышыбыҙ.
Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн студенттар, уҡытыусылар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Халыҡ-ара тел көнөн билдәләргә йыйылдыҡ. 21 февраль Халыҡ-ара тел көнө тип билдәләнә. Донъяла 6000 мең тел бар тик уларҙың яртыһына юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай. Ә Африка халҡы һөйләшкән телдәрҙең 80 процентында яҙыу культураһы бөтөнләй юҡ.Тап ошо катастрофик мәсьәләне хәл итеү,туған телде танырға һәм ҡулланырға саҡырыу маҡсатында бындай дата уйлап табылған.Халыҡ-ара туған тел көнө ЮНЕСКО тарафынан 1952 йылдың 21 февралендә Дакке ҡалаһында (хәҙерге Бангладеш) туған бенгале телен яҡлап, дәүләт теле тип таныуҙы талап итеп,демонстрацияға сыҡҡан һәм полицейскийҙар пуляһынан вафат булған студентар иҫтәлегенә 1999 йылда иғлан ителә. Ә 2000 йылдан йыл һайын 21 февраль халыҡ-ара туған тел көнө тип билдәләнә.Бөгөнгө көндә бөтөп барған телде юғалтмаҫҡа, һаҡлап алып ҡалыу сараһын үтәй. Был актуаль һәм мөһим мәсәләләрҙең береһе.
Һәр милләттең үҙ теле бар. Туған тел – һәр милләттең ҡәҙерле хазинаһы, ул халыҡтың ижтимағи тормошонда, яҙмышында баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә.

Башҡорт теле, әйе саф шишмәләй
Осорҙар аша сыҡҡан сылтырап
Һәр бер һүҙе уның сулпы кеүек
Сыңлап тора, уйнап, йылтырап.

Тыңлап таңға ҡалған тел,
Йәнгә рәхәт һалған тел,
Яулап- ҡурсып ҡалған тел,
Ҡан – йәш түгеп алған тел.
Күреп ирек емеше
Киреп бәхет өлөшө
Һаҡлар һине һәр кеше
Яҡлар һине һәр кеше.

Минең телем – меңәрләгән телдәр кеүек,
Моңло тел ул
Үҙенә бай, үҙенә хас
Уның көйө:
Уралы һәм һәм Буранбайы,
Һандуғасы, Таштуғайы,
Сәлимәкәй, ул Сибайы.

Йыр: Халыҡ йыры “Сәлимәкәй”.

Башҡорт халҡы матур ғүмер итә
Ағиҙелдә, Тыуған илендә.
Һайраша ул тарих күкрәгенән
Урғып сыҡҡан туған телендә.

Ҡурайҙарҙан моң һәм ялҡын алған,
Ҡанат алған шоңҡар ҡоштан ул.
Салауаттың талмаҫ толпарында
Ирек даулап алға осҡан ул!..
Уралтауҙың һыбай бөркөттәрен
Ғорурлығы иткән Кутузов.
Париждарға барып еткән башҡорт,
Паходтарҙа ауыр юл уҙып…
Йыр: “Любизар”.
Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай ынйы йыйамын,
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел.
Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ,
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә – сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ;
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ.

Һөйләшегеҙ туған телдә,
Туйғансы һөйләшегеҙ!
Тел тыуҙырған шатлыҡтарҙы
Кешегә өләшегеҙ.
Эй туған тел – тәрән диңгеҙ,
Сумһаң да буйлап була.
Ул ҡурайҙа бар донъяның
Моңдарын уйнап була.
Ҡурайҙа көй.
Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән….
Тел – тере шишмә – үлмәгән,
Бөгөнгә еткән!
Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,
Торам бөгөн дә
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы!
Ерҙә халыҡ йәшәй икән, —
Теле лә йәшәй.

Йыр: “Башҡорт телендә һөйләшәм”.

меню
Сибай сәнғәт колледжы