Милләтебеҙҙең аҫыл улдарын иҫкә алып
Бөгөн башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, милли-азатлыҡ хәрәкәте башлығы, атаҡлы тюрколог, профессор Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуған көнө. Ошо уңайҙан Сибай ҡалаһының үҙәк урамдарының береһе— Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан бөйөк шәхесебеҙҙең һәйкәленә сәскәләр һалынды. Сарала мәктәптәрҙең тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусылары, мәғариф ветерандары, ҡоролтай ағзалары, уҡыусылар, урта махсус уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.