16 июнь — башҡорт халҡының милли геройы, шағир
16 июнь — башҡорт халҡының милли геройы, шағир – сәсән, батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Ошо уңайҙан Сибай ҡалаһында Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Сарала Сибай башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары, ағинәйҙәр ҡоро ойошмаһы, етәкселәр, сәнғәт колледжы студенттары, уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Тантанала Сибай хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Ишемғолова, Сибай башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова, Сибай институты иҡтисад факультетының теория, хөкүмәт тарихы һәм хоҡуғы кафедраһы доценты Фуат Мырҙағәле улы Сөләймәнов һәм ҡалабыҙҙың ағинәйҙәр ҡоро сығыш яһаны. Илем, халҡым тип янған батырыбыҙҙы онотмайыҡ, уның рухын күңелдәребеҙҙә йөрөтәйек, мәңге һаҡлайыҡ!
16 июня исполнилось 267 лет со дня рождения Салавата Юлаева — выдающейся личности, имя которой навечно осталось в истории Башкортостана и России, всей мировой истории, как предводителя народных масс, полководца, вдохновенного поэта-сэсэна, воплотившего всей своей судьбой заветное стремление народа к свободе. В честь дня рождения великого национального героя возложили цветы к его памятнику. В мероприятии, организованном управлением культуры ГО г.Сибай и Сибайским колледжем искусств имени К. А. Валеева, участвовали представители администрации ГО г. Сибай РБ, местный Исполкомом курултая башкир города, «Агинэйзэр коро», студенты колледжа искусств имени К. А. Валеева, учащиеся школ.