Яҡут Республикаһында «Урал батыр» эпосы менән таныштылар

🌐Яҡут Республикаһында «Урал батыр» эпосы менән таныштылар

Якутскиҙа өсөнсө тапҡыр «Олонхо Ере саҡырыуы» исемле халыҡ-ара онлайн-фестиваль уҙҙы. Рәсәй төбәктәре һәм сит ил вәкилдәре ҡатнашҡан сарала Башҡортостан Республикаһынан халыҡ сәсәне, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина сығыш яһаны. Ул «Урал батыр» эпосынан өҙөк һөйләне һәм фестиваль призеры булды.

Асия Ғәйнуллина «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе. Ул оҙаҡ йылдар Сибай сәнғәт колледжында эшләй, этнохудожество бүлегендә эпос фәне, этнография һәм башҡарыу техникаһын уҡыта. Ул шулай уҡ «Ете ҡыҙ» халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм матурлыҡ студияһына, «Талир тәңкә» этник төркөмөнә һәм Сибайҙың «Ағинәйҙәр ҡоро» ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе булып тора. 2017 йылда ул күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн «Традицион халыҡ мәҙәниәте» номинацияһында Рәсәй Федерацияһының «Рәсәй күңеле» премияһына лайыҡ булды.
________
🌐В Якутии познакомились с эпосом «Урал батыр»

В Якутске состоялся третий Международный онлайн-фестиваль «По зову Земли Олонхо». Республику Башкортостан представила народная сказительница, заслуженный работник культуры РБ Асия Гайнуллина. Она представила отрывок из эпоса «Урал батыр» и стала призером фестиваля.

Асия Гайнуллина является руководителем единственной в своем роде в Башкортостане школы сэсэнов «Урал батыр». Уже много лет она работает в Сибайском колледже искусств, преподает эпосоведение, этнографию и технику исполнения в этнохудожественном отделении. Она также является основателем и руководителем Народной студии декоративно-прикладного искусства и красоты «Ете кыз», этнической группы «Талир тәңкә» и общественной организации совета старейшин женщин «Ағинәйҙәр ҡоро» г.Сибая. В 2017 году за многолетний, плодотворный труд она удостоилась премии правительства РФ «Душа России» в номинации «Традиционная народная культура».

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #БашкирскийЯзык #БашҡортТеле #ГодБашкирскойИстории #БашҡортТарихыЙылы